Научно-производственный центр по охране и использованию недвижимых объектов культурного наследия Республики Башкортостан

Новости

Башҡортостанда тарихты музейҙан эҙләргә кәрәкмәй

Венгр фоторәссамы Сёллёси Матьяштың Башҡортостанға сәфәре әлегә тамамланды. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ул Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге хеҙмәткәрҙәре оҙатыуында Әбйәлил, Хәйбулла, Баймаҡ, Миәкә, Стәрлебаш райондарында булып, байтаҡ кадрҙар яһауға өлгәште.

Матьяш башҡорттарға арналған фотопроектын тормошҡа ашырыуға Венгрия сәнғәт академияһы грантын алған. Грант яулауына ла уның бығаса Башҡортостанда эшләп ҡайтыуы сәбәпсе. Күптәр беләлер, венгр археологы, тарихсы Атилла Тюрк мадьярҙарҙың тамырҙарын эҙләп, бер нисә йыл Көньяҡ Уралда археологик ҡаҙыныу эштәре алып барҙы. Уның менән бергә экспедицияла Сёллёси Матьяш та ҡатнашып, Башҡортостанда төшөргән фотоларҙан Будапешта фотокүргәҙмә әҙерләй. Уның ошо ижади эшен академия юғары баһалай һәм башҡорт-мадьяр бәйләнешен күрһәтәсәк фотопроектҡа грант бүлә.

Ул 3 йылға иҫәпләнгән. Ошо ваҡыт эсендә фоторәссам Башҡортостанға һәм башҡорттар күпләп йәшәгән күрше өлкәләргә алты тапҡыр килергә ниәтләй.

Әле Башҡортостандан Матьяш ниндәй тәьҫораттар менән ҡайта һуң?

Үҙе әйтеүенсә, Башҡортостан – ғәжәйеп сағыу төбәк. Уны тәү күргәс тә, республиканы ныҡлап өйрәнергә, социаль фотоһүрәттәр, портреттарҙы күберәк эшләргә теләге тыуған. 

– Башҡортостанды, айырыуса Урал тауҙарындағы ауылдарҙы күргәс, тыуған яғыма әйләнеп ҡайтҡандай булдым. Беҙҙә лә элек аттар иректә йөрөй, теләгән ерҙә юл аша сыға ине. Хәҙер иһә һәр нәмәнең ҡағиҙәһе бар. Башҡорттар тәбиғәткә ныҡ яҡын. Башҡортостанға бер нисә тапҡыр килгән арала бының ысынлап шулай булыуына инандым. Уралда ҡышын ҡаты һыуыҡтар була, тиҙәр. Быны үҙемдә тикшереп ҡарағым килә. Ысынлап һыуыҡтыр. Сентябрҙә Инйәрҙең сите таң алдынан йоҡа боҙ менән ҡапланғанын, юлда китеп барғанда тау баштарында ҡар ятҡанын, далала ел нисек иҫкәнен күрҙем.

Урал аръяғында мин тәүге тапҡыр. Көҙҙөң сыуаҡ көндәре Венгриялағы кеүек. Шуға ла тыуған ерҙән ситтә ауырлыҡ күрмәнем, – ти Матьяш.  

Фоторәссамды ойошҡан рәүештә Хәйбуллала, Миәкәлә һәм Стәрлебашта ҡаршы алдылар. Хәйбулла районында ҡунаҡ Аҡъяр, Иләс, Әбүбәкер, Бәләкәй Арыҫланғол, Һаҡмар-Наҙарғол, Маҡан, Иҫәнгилде ауылдарында, Миәкәгә юл ыңғайы “Ирәндек” тарих һәм археология-ландшафт музейы-ҡурсаулығы биләмәһендәге Янғаҙы, Ишмөхәмәт, Байыш, Манһыр (Бәхтигәрәй), Фәйзулла ауылдарында (Баймаҡ районы) йөрөп сыҡты. Миәкәлә фоторәссам Нарыҫтау, Илсеғол, Күл-Ҡунҡаҫ, Сатай-Бөрйән, Сәфәр, Ҡырғыҙ-Миәкә, Баязит, Елдәр, Стәрлебашта Шәкәр һәм Ҡобағош ауылдарында эшләне.

– Хәйбулла халҡы яҡты йөҙ менән ҡаршыланы, башҡа ерҙә лә шундай уҡ ихласлыҡ күрҙем. Үтә ҡунаҡсыл, тормошто яратҡан, алсаҡ кешеләр йәшәй һеҙҙә. Ингән һәр өйҙә сәй тәҡдим итәләр. Бер көндә һигеҙ урында (!) табында булдым. Юлымда осраған, йылы ҡабул иткән һәр кемгә, бүләктәренә, күстәнәстәренә ҙур рәхмәт, – ти Сёллёси. – Йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе онотмай, бөгөнгәсә һаҡлауҙары оҡшаны. Ризыҡтары тәмле! Бығаса һис ҡайҙа осратмаған һый-ниғмәтте лә тәмләнем. Ҡороттоң да ниндәйе генә юҡ бында! Ҡайын туҙынан ҡара һағыҙ ғәжәпләндерҙе. Урал аръяғы халҡын хәҙерге Румынияла йәшәгән этник венгрҙар – секейҙарға оҡшаттым. Мәҙәниәте, кейеме буйынса оҡшашлыҡ ҙур, – ти ул.

Сёллёси Матьяш башлыса социаль һүрәттәр һәм портреттар эшләй. Әммә үҙе планлаштырмаһа ла, сәфәр барышында бер нисә йоланы төшөрә алыуын оло бәхеткә һанай. Мәҫәлән, Хәйбуллала – “Килен һөйөү”, Стәрлебашта никах туйына тамаша ҡылған.

Бынан тыш, тирмә ҡороуҙарын, бауырһаҡ, ҡаҡ ҡойоуҙарын, аҫалы балаҫ һуғыуҙарын да яратып тасуирлай.

Социаль фотоһүрәттәрҙән тыш, Селлеси өлкән быуындың һүрәтен эшләргә ярата.

– 70, 80, хатта 90-дан үткән ололарҙың портреттар серияһын әҙерләйем. Ғөмүмән, өлкәндәрҙе яратам, ныҡ хөрмәт итәм. Бәләкәйҙән үк улар минең тормошомда ҙур роль уйнай. Инәйем Маргитка, өләсәйем Каталина Ковач, хатта ҡарт өләсәйем Тереза Уилес менән ныҡ яҡын инек.

Башҡорт халҡында ла ололарға, боронғо ҡомартҡыларға, тарихҡа ҡарата ихтирам көслө икәнен тойҙом. Башҡортостанда яңы дәүерҙә боронғолоҡ та нисектер һаҡланып ҡалған. Өйҙән өйгә йөрөп, плазма телевизор менән бер рәттән ҡуҙлы самауыр ҡулланылыуын, шәжәрәләрҙең өй түрендә торғанын күрҙем. Хатта 18-се быуыуына тиклем ата-бабалары күрһәтелгән шәжәрә осраны. Милли кейемдәге апайҙарҙың кеҫә телефонынан әхирәттәренә шылтыратып, фотограф көтә, һинһеҙ йоланы күрһәтеп булмай, тип һөйләшеүҙәре лә ҡыҙыҡ ине.

Матьяш әйтеүенсә, Башҡортостанда тарихты музейҙан эҙләргә кәрәкмәй. Ғөрөф-ғәҙәттәр, милли кәсептәр, милли кейем бында бөгөн дә йәшәй, боронғолоҡ менән киләсәк ауаздаш бында.

Мадьяр рәссамының эштәре киләсәктә Венгрия сәнғәт академияһы сайтында, Венгрия музейҙарында, Матьяштың социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә ҡуйыласаҡ.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Источник