Научно-производственный центр по охране и использованию недвижимых объектов культурного наследия Республики Башкортостан

Новости

Аҡбуҙ ҡайтыр урын билдәләнде

Шүлгәнташ мәмерйәһенән йыраҡ түгел, Йылҡысыҡҡан күле янында тиҙҙән “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” эпостарында һүрәтләнгән мифик персонаж Аҡбуҙатҡа һәйкәл ҡуйыла.

Шүлгәнташ мәмерйәһенән йыраҡ түгел, Йылҡысыҡҡан күле янында тиҙҙән “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” эпостарында һүрәтләнгән мифик персонаж Аҡбуҙатҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ. 

Бөгөн Бөрйәндә һәйкәлдең урыны билдәләнде. Эш кәңәшмәһендә район хакимиәте, Кейекбай ауыл биләмәһе хакимиәте етәкселеге, райондың архитектура иадаралығы һәм Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге белгестәре ҡатнашты. 

Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге һәйкәл эшләүгә конкурс иғлан иткәйне. Өлфәт ағай Ҡобағошовтың эскизы конкурста еңеп сыҡты. Ул Аҡбуҙатты эпостарҙа яҙылғанса итеп һүрәтләүгә өлгәшкән. Скульптор ижад иткән толпар һыны бер ай элек Силәбенең Кәҫле ҡалаһына суйын ҡойоу заводына оҙатылды. Һәйкәл август башында әҙер буласаҡ. 

Уның бейеклеге ерҙән 5 метр самаһы тәшкил итә, аҡбуҙҙың үҙенең бейеклеге – 3,5 метр, тип хәбәр итә Бөрйәндән “Шүлгәнташ мәмерйәһе” тарихи-мәҙәни музейы-ҡурсаулығы директоры Фәүзил Маликов. 

Әйткәндәй, Аҡбуҙат һәйкәле Йылҡысыҡҡан янында урын алһа, был башҡорт халыҡ эпостарына ҡуйылған тәүге һәйкәл буласаҡ.

Источник